Алтынай Валитов - Һаумы, башҡорт!

Опубликовано: 01 Апрель 2024
на канале: BASHKIR VIDEO
258
23

Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде
Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек!
Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде
Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө...
Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем
Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен!
Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп
Уҙең дә онотоп бараһың әсә телен...
Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә
Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә!
Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә
Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт!
Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек...
Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде!
Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа
Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!!
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып...
Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип
Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм
Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!
Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып
Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын
Берәй ҡасан китһәм дә мин байып
Булырмын шул уҡ ауыл малайы
Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан
Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар
Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан!
Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан!
Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк!
Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә...
Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә
Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә!
Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып!
Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы!
Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын...
Телем, ерем, милләтебез - тере булыр!!!
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып...
Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип
Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм
Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып...
Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип
Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм
Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!


Смотрите видео Алтынай Валитов - Һаумы, башҡорт! онлайн без регистрации, длительностью часов минут секунд в хорошем качестве. Это видео добавил пользователь BASHKIR VIDEO 01 Апрель 2024, не забудьте поделиться им ссылкой с друзьями и знакомыми, на нашем сайте его посмотрели 25 раз и оно понравилось 2 людям.