Бейеүем менән йәшәтәм

Published: 25 January 2021
on channel: Марьям Буракаева
653
50

Бейеүем менән йәшәтәм

(Әле һеҙ ҡараған видео хаҡында хикәйә)

Клуб ишеге асылып, бер егет килеп ингәйне, уйын бер мәлгә туҡтап ҡалды. Шунан гармунсы яңынан бейеү көйө башланы. Ә ҡыҙҙарҙың күҙҙәре теге егеттә. Быш-быш һөйләшеүҙәр, туҡтауһыҙ уның яғына ҡарап алыуҙар... Ә егет, уйында ҡатнашмай, ситтәрәк торғандар янына барҙы ла улар менән күрешә башланы. “Кем икән ул?” – тигән уй телеп үтте Миңһылыуҙың зиһенен. Әммә уның кемлеген, ҡайҙан булыуын уйлап торорға түгел, башҡалар эләктермәҫ элек...

Гармунсы, әмәлгә ҡалғандай, Миңһылыуҙың яратҡан бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Осоп тигәндәй сыҡты клуб уртаһына Миңһылыу. Бейеп-бейеп килеп, теге егет ҡаршыһына баҫты ла: “Һәннәкәү, һәннәкәү!” – тип, һамаҡлап уны бейергә саҡырҙы. Көйгә генә тыпырлап артҡа табан күсә бара, егет уның артынан бейей-бейей килә.

Бына ун йылдан ашыу шулай. “Һәннәкәү, һәннәкәү!” Миңһылыу бейей-бейей алда бара... Ире артынан эйәрә.

Бик матур йәшәне улар. “Бәхетеңә күҙ генә генә тейеп ҡуймаһын!” – ти ине дуҫтары. Бер-бер артлы балалары тыуҙы, Миңһылыу ғилем донъяһына сумды.

Бәхетле ул. Бик бәхетле. Күңел һалып башҡарған ғилми хеҙмәте өсөн фән докторы дәрәжәһенә лайыҡ булды Миңһылыу Усманова,ҡыҙ һөйһә – ҡыҙы, ул һөйһә – улы бар, яратҡан Ишбулдыҡайы янында.

Шулай һәр саҡ янында булһын, күҙ алдарынан юғалмаһын өсөн һалған тырышлығы бушҡа китмәне. Иренә икенсе ғүмер бүләк итә алды бит ул.

Артабан нисек итәйем? - тип ныҡ аптыранған сағы булды бит. Аяҡ-ҡулдары хәрәкәтһеҙ ҡалғас, хатта иң яҡыны Миңһылыуын да танымаҫлыҡ хәлгә килгәс, нисек итеп ярҙам итергә, тигән һорау туҡтауһыҙ мейеһен бырауланы. Хәрәкәтләндерергә, хәрәкәтләндерергә. Тик ятырға ярамай уға. Нисек тә торғоҙорға, һауаға алып сығырға.

Ә бер көн зиһене ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды Миңһылыуҙың: түшәктә ятҡан ирен аяҡҡа баҫтырыу, йәшәргә ынтылыш булдырыу, аҙ ғына булһа ла

хәрәкәтләндереү ысулы уйлап тапты. Йәшлеккә, тәү осрашҡан көнөбөҙгә, ҡара-ҡаршы баҫып бейегән иң бәхетле мәлебеҙгә алып ҡайтырға уны...

Миңһылыу матур итеп кейенә лә ире ятҡан түшәк янына килеп, бейей башлай. “Һәннәкәү, һәннәкәү!”

Иренең йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килә. Ул хатта торорға теләгән кеүек, ҡулдарын алға һона... Бармаҡтарын ҡыбырлата. Оҫта гармунсы икәнлеге ҡапыл иҫенә төшәме, ҡулына гармун тотҡан һымаҡ ҡалҡа биреп тә ҡуя...

Бына хәҙер ун йылдан ашыу Миңһылыу ирен урамға алып сыға ла, асфальтта тыпылап тороп бейей. Ире артынан эйәрә. Миңһылыуҙың ҡулында бейеү көйө яҙылған магнитофоны.

Ауыл халҡы был күренешкә күнегеп бөткән. Хатта уларҙың сығыуын көтөп алалар. Ҡатлы йорттан алған фатирҙарын Нагаевта ауыл өйөнә алмаштырҙылар, ирен тышҡа алып сығыу еңелерәк.

Шулай көн һайын. Ун йылдан ашыу. Миңһылыу алда бейеп бара, Ишбулдыҡайы яйлап ҡына эйәрә. Бәлки ул да йәш саҡтағы иң бәхетле мәлен күҙ алдына килтереп, йәнен бүлеп бирергә әҙер Миңһылыуы артынан баралыр. “Һәннәкәү, һәннәкәү!”


Мәрйәм Бураҡаева


Watch video Бейеүем менән йәшәтәм online without registration, duration hours minute second in high quality. This video was added by user Марьям Буракаева 25 January 2021, don't forget to share it with your friends and acquaintances, it has been viewed on our site 653 once and liked it 50 people.