Башҡорт халҡында борон-борондан тәбиғәт тауыштарын сағылдырыу таралған. Был хаҡта беҙ башҡорт тормошон өйрәнеүселәрҙең йәки күҙәтеүсе сәйәхәтселәрҙең яҙмаларында йыш осратабыҙ. Мәҫәлән, ғалим С. Г. Рыбаков яҙмаларында Мансур тигән башҡорт егетенең аҡҡош йырын иҫ киткес моңло итеп сағылдырыуын, күгәрсен булып гөрләүен яҙа. Яҙыусы П. И. Добротворский "Һандуғас" тигән хикәйәһендә бер егетте оҫталығы өсөн хатта Һандуғас тип йөрөтөүҙәре хаҡында яҙа.
Юрматы атлы егетебеҙ ошо һөнәрҙе заманса яңыртмаҡсы. Бер нисә музыка ҡоралы ауаздары йыйылмаһынан көй "башҡарта".
Watch video Башҡорт халыҡ йыры "Ирәндек"- beatbox. Юрматы Фәйзуллин башҡара. online without registration, duration hours minute second in high quality. This video was added by user Марьям Буракаева 29 April 2021, don't forget to share it with your friends and acquaintances, it has been viewed on our site 242 once and liked it 31 people.